Главная

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар. Птицы - наши друзья (сборник стихов с.Курятмас)

Версия для печатиВерсия для печати
Птицы - наши друзья (Асли-Куль)

Орнитологтарҙың иҫәпләүе буйынса, Ер йөҙөндә 8600-гә яҡын ҡош төрө бар. Шуларҙың 300-ләп төрө Башҡортостанда осрай. Уларҙың иң күп өлөшө күсмә ҡоштар, йәғни көҙ етеү менән көньяҡ илдәргә осалар. Ләкин яҙ етеү менән, улар кире ҡайтып етәләр.

Ала ҡарға

Ала ҡарға

Турғай.

Турғай сиртә тәҙрәмә,
Туҡылдап ала.
Тирә-яғына, ашығып,
Ҡарана һала.
Өй эсенә күҙ һала ла,
Тағы туҡ та туҡ.
Мине саҡыра шикелле:
«Тиҙ генә сыҡ, сыҡ».
Киләм осрашырға тиеп
Тәҙрә янына.
Турғайым осто ла китте
Тауҙар яғына.

 

Миңзәлә Хәлилова – 5-се кластың етәксеһе.

Миңзәлә Хәлилова – 5-се кластың етәксеһе.

 

Сыйырсыҡ.

Иртән торҙом да
Сыҡтым урамға.
Ике сыйырсыҡ
Ҡайтҡан ояға.
Өйөн биләгән
Әрһеҙ турғайҙы
Йырсы ҡошсоҡтар
Ҡыуып сығарҙы.
Ҡасты йылғырҙар
Пырылдап осто.
Сүп-сар таҙарта
Ике сыйырсыҡ.
Эш бөткәс, оя
Башына кунып,
Һуҙҙылар матур
Осрашыу йырын.
Ишек алдыбыҙ
Китте йәмләнеп
Пар сыйырсыҡтар
Ҡайтҡас әйләнеп.

 

Скворечник

Повесили скворечник
Под моим окном.
Рано утром сразу
Я гляжу в окно.
Скворушка на веточке
Поёт нам целый день.
Радуюсь, я счастлива,
У нас певунья есть!

                                    Аделя Муллагалина.

 

 

Сыйырсыҡ.

Сыйырсыҡ.

Ҡара төҫтәге ҙур булмаған һайрай торған ҡош. Яҙғыһын башҡа ҡоштарҙың тауышына оҡшатып матур итеп һайрай. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә. Кеше яһаған ояларҙа, ағас ҡыуыштарында оялай. 5-8 бөртөк зәңгәр йомортҡаһы була.

 

 

Тағараҡ

Тағараҡ элдек ағасҡа
Биш, алты, һигеҙ, туғыҙ.
Һыйланығыҙ, ҡошҡайҙарым,
Ҡышты имен сығығыҙ!

Йәмил Сәлихов.

 

Берғаҙан

Берғаҙан.

Ауырлығы 12- 14 килограмға еткән ҙур ҡош. Рәсәйҙә 2 төрө осрай: ал берғаҙан(Pelecanus onocrotalus, розовый) һәм бөҙрә берғаҙан(Pelecanus crispus, кудрявый).
Күмәкләп йәшәйҙәр. Дөйөм төҫө аҡ,баш һәи елкә ҡауырһындары бөҙрәләнеп тора. Ҡанат ситендәге ҡауырһындары ҡара. Оҙон һорғолт һары суҡышының аҫтары ҡара.

 

 

Ҡоштарҙы ашатығыҙ

Ҡоштарҙы ашатығыҙ,
Тағараҡ яһап ҡуйып.
Унда килһен кескәй ҡоштар,
Ашаһындар ҡыуанып.

Әлисә Ғәләүетдинова.

 

Аҡҡош

Аҡҡош.

Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Йәш саҡта-һорғолт көрән, ҙурайғас-бөтә ҡауырһындары ла ап-аҡ. Йөҙгәндә муйынын туры тота. Күҙҙәре һәм аяҡтары ҡыҙыл, суҡышы ҡыҙғылт һары. Тауышы яңғырауыҡлы:"Ҡаңҡ" йәки "ҡаң-ға". Ярҙары ҡамышлы ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Үлән,төрлө орлоҡ,иген менән туҡлана. Күсмә ҡош.Бик һирәк осрай. Ояһы ҡуйы ҡамышлыҡтарҙа.4-6 бөртөк аҡ йомортҡа һала.

Вороны.

В розовой корзинке
На ветвях осины
Под моим окном
Строили вороны
Свой семейный дом.
Две недели ворон
Приносил траву,
Сучья и листочки –
Все,что есть кругом.
Наступила осень.
Первый снег пошел,
Жалко стало домик
Под моим окном.
Холодно вороне,
Нечего им есть.
Сделала я крышу,
Сунула я мох.
Положила зерна
В старенький горшок.
Стало им уютно,
Стало им тепло.
Добрые соседи
Делают добро.

Тамара Скороткина.

 

Ҡарлуғас

Ҡарлуғас.

Ҡыйғас ҡара ҡанатлы, аса ҡойроҡло, кәйелеп шәп оса торған ҡош. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ергә ҡунмайынса, бөтә ваҡыттарын һауала үткәрәләр. Ҡанатлы бөжәктәр менән туҡлана, уларҙы һауала ғына тота. Һыуҙы ла осоп барышлай ғына эсә. 2-3 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.

 

 

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар.

Ҡоштар - бит беҙҙең дуҫтар,
Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ.
Насар уйҙан ситкә китеп,
Ҡоштарҙы беҙ һаҡлайыҡ.
Ҡоштарыбыҙ күбәйһендәр,
Осһондар зәңгәр күктә.
«Ҡоштар иле», - тип илемде
Әйтмәгән халыҡ тиккә.

Таһир Әхмәтйәнов.

Күгәрсендәр

Күгәрсендәр.

Күгәрсендәр ғаиләһенә ҡараған, күберәк күкшел, күк йәки аҡ төҫтәге, ҙур бөрләтәүле гөрләй торған ҡош.

Ҡоштарға ашхана.

Ҡоштарға ашхана астыҡ,
Һалдыҡ бойҙай, көнбағыш.
Аслыҡтан интекмәй ҡышын
Килеп ашаһын һәр ҡош.

Замир Шәйхетдинов.

 

Ҡарабаш турғай

Ҡарабаш турғай.

Төрлө урмандарҙа йәшәй. Ҡыш көнө торлаҡтарға яҡынлай. Бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Бик киң таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙыл һипкелле 9—13 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

 

Сыйырсыҡ.

Сыйырсыҡҡа оя элдек,
Атайым менән икәү.
Көтөп торам. Улар ҡайтып,
Төйәкләнерме икән?
Иртән торһам, оябыҙҙа
Һайрай ҡара сыйырсыҡ.
Атайым өндәшә: «Улым,
Әйҙә тиҙ урамға сыҡ,
Ҡайтҡан беҙҙең сыйырсыҡ».

Булат Ғәлин.

 

Ҡыҙылтүш

Ҡыҙылтүш.

 

Яҙғыһын һәм йәйгеһен парлашып, көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын туп булып йөрөйҙәр. Ылыҫлы һәм аралаш урмандарҙа, ҡышҡыһын төрлө урында, кеше торлағына яҡын йәшәй. Төрлө орлоҡтар, бөжәктәр ашай. Ҡышҡа беҙҙә ҡалалар, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөйҙәр. Киң генә таралған. Ағаста оялай. Ҡыҙғылт көрән таплы аҡһыл зәңгәр 4—6 бөртөк йомортҡаһы була.

Ҡоштарға ярҙам
Илнур дуҫым менән икәү
Ярҙам өсөн ҡоштарға.
Тағараҡтар элеп ҡуйҙыҡ
Ҡоштар еңел ҡышларға.

Илгиз Нурғәлиев.

 

Тумыртҡа

Тумыртҡа.

Оҙон үткер суҡышы менән ағасты соҡоп тапҡан ем менән туҡлана торған урман ҡошо. Ағас бөжәктәре, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Ағас ҡыуыштарында оялай. 5—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ағас ҡыуышында оя ҡоралар. Инә һәм ата тумыртҡа тотороҡло пар төҙөйҙәр. Йомортҡаны икеһе лә алмашлап баҫалар.

 

Ҡыуаныс

Туғыҙ бала беҙҙең класта,
Тышта туғыҙ тағараҡ.
Ҡоштар ашай, беҙ ҡыуанып,
Тәҙрәнән торҙоҡ ҡарап.

Илнур Рәхмәтуллин.

 

 

ВложениеРазмер
Сборник стихов 5 класса МОБУ СОШ с.Курятмасово2.72 МБ