Главная

Стихи. Сборник. ( МОБУ СОШ с.Кидрячево 2012год)

Версия для печатиВерсия для печати
DSC03653

Кутлиахметов Ильсур, ученик 8 кл МОБУ СОШ с.Кидрячево

Асылыкүл

Асылыкүлем – изге исем
Еремә йәм өҫтәй ул
Ярға бәргән тулҡындары
Аҡһым – зәңгәр төҫтә ул.

Һинән ҙурыраҡ диңгеҙҙәр бар
Алыҫ –алыҫ илдәрҙә
Ғорурланам, Асылыкүлем
Булғас  беҙҙең ерҙәрҙә!

Яҙ килде

Яҙ, яҙ килде ҡунаҡҡа!
Ҡояш йылмайып ебәрҙе
Ҡоштар ҡайтты оҙаҡҡа.

Яҙҙың тәүге сәскәләрен
Әсәйемә бирәмен,
Уның нисек шатланыуын
Мин бит алдан беләмен.

Яҙ айҙары үтә инде
Тиҙҙән йәйҙәр етәсәк.
Мин быҙауҙы, ә туғаным
Бәпкәләрҙе көтәсәк.

Асылыкүл

Ғорурланам Асылыкүлем,
Булғас беҙҙең ерҙәрҙә.
Беҙ ҙә унда ял итәбеҙ,
Ғаилә менән бергә.

Турғай табыны

Эй, шатланып турғай оса,
Бар ҡоштарҙы саҡыра
Сәскә-туғай уртаһында
Турғайҙар табын ҡора.

Тәмлекәстәр тулы аҡлан,
Һәр кемгә етер һыйы.
Туғайҙарҙа, йәйҙәр етһә,
Турғайҙар тубы туйы.

Давлетгареева Гайния, ученица 6 кл МОБУ СОШ с.Кидрячево

Ҡоштарым

Ҡояш апай, көлә, яҙҙар етә
Ҡарҙар иреп, боҙҙар китәләр
Тыуған яҡҡа ҡоштар осоп ҡайта –
Һеҙҙе бында күптән көтәләр!

Тағараҡтар эшләп элдек инде,
Уларға беҙ емдәр һалабыҙ
Һәр яҙ һайын ҡайтҡан ҡошҡайҙарҙы
Оя яһап ҡаршы алабыҙ.

Мухаметзянова Айслу, ученица 5 кл МОБУ СОШ с.Кидрячево

Яҙ

Һағынып көткән яҙҙар етте,
Көньяҡтан ҡоштар ҡайтты –
Тағараҡҡа  емдәр һалдым…
Яҙғы йылы таң атты!

Ҡоштар ашай тәмләп емде,
Һайрай – һайрай ҡыуана.
Сәрмәсән буйында талдар
Ашығып бөрө яра…

Сатлыганова Лейсян, ученица 8 класса

Асылыкүл

Аҡҡоштарын үҙенә йыйып
Һыйынған Нора тауға
Таҙа, шифалы һыуҙарын –
Тулҡын бәрә ярға

Аҡсарлаҡтар ҡыйылып оса
Аслыкүлдә ҡағынып
Ситкә китһәм, тиҙ ҡайтырмын
Тыуған яҡты һағынып!

Минигареева Диана, ученица 10 кл МОБУ СОШ с.Кидрячево

Сылт та-сылт тамсы ҡойола

Сылт та-сылт тамсы ҡойола,
Яҙ  еткәне тойола,
Ҡояш апай ҡыҙҙырҙы
Күҙҙәрҙе сағылдырҙы.

Сылт та-сылт тамсы ҡойола
Яҙ килгәне тойола,
Ҡоштар яҙға ҡыуана
Күләүектә йыуына.

Тыуған яҡ

Тыуған яғым, тыуған илем
Иң ғәзиз тыуған ерем
Һиндә йәшәй атай-әсәм
Тыныс күңелем минең.

Асылыкүлем йәйрәп ята
Һиңә ҡарап һоҡланам
Һинең кеүек матур ерҙәр,
Башҡа яҡтар юҡ һымаҡ.

Мухаметзянова Зухра, ученица 5 кл МОБУ СОШ с.Кидрячево

Башҡортостан

Башҡортостан балҡып тора,
Ағастары ҡаяла
Шифа үләндәр ҙә үҫә,
Ҡоштар һайрай ояла!

Ошо ерҙе атам-әсәм,
Рәхәтләнеп үткәндәр.
Татыу итеп бергә-бергә
Ошо ерҙә үҫкәндәр.

Салауатҡай аты менән
Талпына алға-алға
Аслыҡай йырлай-йырлай
Нисек тулҡындар ҡаға!

Таш морон тауында

Ғаиләбеҙ менән бергә,
Барабыҙ “Таш моронға”
Ул тау ҡайҙа тиһегеҙме.
Ул Сапай ауылында!

Таш морон ҡаласын йәйеп,
Аслыкүлгә ынтылған!
Өләсәйем йырҙарында
Таш морондо маҡтаған…

… Таш морондоң итәгендә
Бешкән тәмле еләктәр
Ҡүҙ асып йомған арала
Тула беҙҙең силәктәр

Ильясов Айбулат, ученик 8 кл МОБУ СОШ с.Кидрячево

Асылыҡай
Асылыҡай – яҡын дуҫым,
Кәрәкмәй миңә диңгеҙ.
Асылыла бала сағым,
Китһәм, нишләрмен һинһеҙ?

Нара тауы иркәләнеп
Һуҙылып ятып алған
Ғорурлыҡты, мәғрүрлекте
Ул бит Ҡафтауҙан алған

Түбәһендә баҫып торам,
Сикһеҙ даръям кугелйем
Асылы тулкын ялында
Бейей минең күңелем.