style="display:inline-block;width:728px;height:90px"
data-ad-client="ca-pub-3224374060986696"
data-ad-slot="3414016198">

Ошибка в тексте?

Система Orphus

style="display:inline-block;width:728px;height:90px"
data-ad-client="ca-pub-3224374060986696"
data-ad-slot="3414016198">

Главная

Ҡоръятмаҫ ауылының топонимик атамалары (эҙләнеү эштәре)

Версия для печатиВерсия для печати
Ҡоръятмаҫ ауылы

Ҡоръятмаҫ ауылы –Дәүләкән районындағы иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе, Башҡортостандың йөҙөк ҡашы Асылыкулдән 4-5 саҡрым алыҫлыҡта тауҙар ҡуйынына һыйынып, урмандарға ышыҡланып урынлашҡан.
Ҡоръятмаҫ исеменең килеп сығыуын халыҡ ошо ергә тәү килеп ултырған кешеләр менән бәйләй.Мәғлүм булыуынса, башҡорт халҡы ауылдар өсөн уңайлы урындарҙы эҙләгән.Ҡоръятмаҫ ауылына нигеҙ һалыусылар ҙа тап урындың уңайлы булыуына иғтибар иткәндер, моғайын.Ауылды ике яҡлап тауҙар ҡаплай, ел-дауылдан ышыҡлай, һаҡлай, ауыл уртаһынан Өйҙөрәк йылғаһы ағып үтә.Эсер һыу ятҡылыҡтары күп:Өйҙөрәк йылғаһы, Ҡаҙран ҡойоһо, Оло ҡойо, Бикә ҡарағы йылғаһы, Улаҡлытау ҡойоһо һәм бик күп эреле-ваҡлы шишмәләр.Урмандары елдән, көслө дауылдарҙан һаҡлай, унда йәнлектәрҙең, ҡоштарҙың бик күп төрө йәшәй.

Ата- бабалар борон Ябалаҡлы ауылында йәшәгәндәр, был урындар уларҙың йәйләү биләмәләре булған,һунарсылар ошо бай ерҙәргә  ауға, һунарға килер булғандар.Ҡоръятмаҫ башына ҡапҡан ҡуйғандар. Бер ҡасан да ауҙан буш ҡул ҡайтмағандар, шуға күрә ауылды “Ҡоро ҡайтмаҫ(буш ятмаҫ) –Ҡоръятмаҫ” тип атағандар. (Зыязетдин Мөхәррәмов бабайҙан Динә Вәлиуллина яҙып алған)

Икенсе фараз да дөрөҫлөккә яҡын. Ауылға терәлеп кенә Асылыкүл йәйрәп ята, икенсе яҡтан Берғаҙан һаҙлығы урынлашҡан. Күл менән һаҙлыҡ яуым-төшөмдө тарта, яуынлап тора.Ошо айҡанлы “Ҡоро ятмаҫ (һыулы, еүеш)- Ҡоръятмаҫ “ атамаһы килеп сыҡҡан тип һөйләйҙәр ололар. 

Өсөнсө фараз да йәшәүгә лайыҡтыр, моғайын.Ауылды уратып алған тауҙар бейек, ләкин шыма арҡалы. Ул ерҙәрҙә ҡыш көндәрендә лә ҡар ятып бармай, яҙ көнө ҡояштың беренсе нурҙары ла әҙ-мәҙ ҡарҙың башына етә. Шуға күрә ауылды “Ҡар ятмаҫ-Ҡоръятмаҫ” тип атағандар тип тә әйтәләр.

                           Был ырыҫлы ерҙән һунарсылар
                          Һис ҡасан да буш ҡул ҡайтмаған.
                          Шуға күрә гүзәл тыуған ерен
                           “Ҡоро ятмаҫ-Ҡоро ҡайтмаҫ” тиеп,
                          Ҡоръятмаҫ тип халыҡ атаған.
                         Матурлығын ,хозурлығын ерҙең
                        Күңеленә, йөрәгенә һалып
                        Китер булған килгән ҡунаҡтар.
                        Һеҙ ҙә тағы килерһегеҙ әле.
                        Күңелдәрҙән китмәй был яҡтар.

                                        Асылыкул-аҫыл күл

Асылыкүл-Башҡортостандың йөҙөк ҡашы, урындағы  халыҡтың ғорурлығы.

Күл борон замандарҙа Ҡара табын күле тип аталған.
Күл атамаһы тураһында төрлө аңлатмалар йәшәй.Берәүҙәр уның тирә-яғы матур, үҙе көҙгөләй кеүек булғанға “аҫыл күл” тип атағандар тип раҫлай.(Яңы Тормош ауылында тыуып үҫкән, ғүмер буйы Ҡоръятмаҫта йәшәгән Закарина Гөлфиәнән Хәсәнова Юлиә яҙып алған).

Икенселәре күлдең һыуы тоҙло, асы булғанға “Асы,әсе күл –Асылыкүл” тип атағандар тип фаразлай.(Мәжитова Хөсниямалдан яҙып алынған)
Өсөнсөләре күлдең кәйефе үҙгәреүсән, әле генә тып-тыныс, көҙгөләй ялтырап ята, икесе ҡараһаң, ажарланып, асыуланып, тулҡындарын ярға ҡаға, һуға, күперекләнеп асыулана, “Асыулы күл” тип иҫбатлай.

Асылыкүл- Башҡортостандағы иң ҙур күл.Күлдең үҙе һәм уның һыу йыйыу территорияһы уникаль тәбиғәт комплексы булып тора, Башҡортостандың милли паркы тип иғлан ителде.

                             Асылыкүлдә.

Асылыҡай буйы ҡамышлыҡ,
Төйәк иткән уны күп ҡоштар.
Тулҡындары уйнап ярға ҡаға,
Ағастары тора алҡышлап.
Аяҙ төндә алтын тараҡ һымаҡ
Ай ялтырай тын күл өҫтөндә.
Таң атҡанда ҡояш йым-йым килә
Аллы-гөллө йәйғор төҫөндә.
Матур тәбиғәте- бер мөғжизә,
Һауаһы саф- иркен һулышым.
Яр буйында шишмә сиртеп сыға,
Күҙ йәшеләй булып тулышып.
Шундай гүзәл ерҙә баҫып торам
Хәтер-хыялдарҙан уйылып.
Асылыкүлдән етәкләшеп икәү
Алдарыма килеп сығыр кеүек
Заятүләк менән Һыуһылыу.

                        Берғаҙан

Берғаҙан-тәбиғәттең аҫыл мөйөшө.

Был һаҙлыҡ Ҡоръятмаҫ ауылының көнсығышында, 2-3 саҡрым аралығында,Мәкәш тауы менән Шаҙай мороно, әрәмә эргәһендә урынлашҡан. Һаҙлыҡтың оҙонлоғо -4,5 километр, майҙаны- 996 га.Һаҙлыҡ шишмә һыуҙары, Өйҙөрәк йылғаһы һыуы менән тулылана.Иң ҙурыһы- Ҡара ҡойо.Һаҙлыҡтан Төйлән йылғаһы ағып сыға.

Ололар раҫлауынса, элегерәк унда берғаҙандар-пеликандар йәшәгән.Легенда буйынса, был урынға башҡорттар һунар итер өсөн килгәндәр.Бер һунарсы ҙур ҡош атып алған, уның итен бешерергә һалғас, ит бер ҡаҙан булған да ҡуйған.Шул көндән алып, ҡошто ла, был урынды ла Берғаҙан тип йөрөтә башлағандар.

Заманында был ерҙәр бейек ҡамыш , мүк, ҡыуаҡтар менән ҡапланған булған. Ауыл халҡы унда малына ҡышлыҡ бесән әҙерләгән, көтөү йөрөткән.

Берғаҙан- өйрәк, торна, ҡыр ҡаҙҙарының оя ҡороп, бала сығарған урыны булған.
Ләкин һаҙлыҡтың байлығы мәңгелек түгел икәнен аңламаған халыҡ.

1940 йылдарҙа һаҙлыҡта торф ятҡылығын асҡандар, эшселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килгән, аҙыҡ-түлек магазины, клуб, мәктәп, медпункт төҙөлгән.1941-45 йылдарҙа торф предприятиеһы районды, республиканы яғыулыҡ менән тәьмин иткән. 1950 йылдарҙа торф предприятиеһы ябылған.1960 йылдарҙа Берғаҙанды киптереү өсөн мелиорация эштәре башлана. Ҡыуаҡлыҡтар төпләнә, канауҙар ҡаҙыла, һаҙлыҡ киптерелә, ерен һөрөп ҡуялар.Һаҙлыҡ юҡҡа сыға, йәнлектәр һәм ҡоштар төйәктәрен ташлап китәләр.

Хаталарҙы төҙәтеү эше тағы ла ауырыраҡҡа тура килә. Сөнки юғалған тереклекте кире ҡайтарыу еңел түгел. Ләкин яйлап булһа ла һаҙлыҡ үҙ хәленә ҡайта: аҡҡоштар,торналар,өйрәктәр, ҡыр ҡаҙҙары ҡайтып оя ҡора, бала сығара.

                                 Әбкәрим (Ғәбделкәрим)умарталығы

Беҙҙең ауылдан йыраҡ түгел  үрге оста ғына Әбкәрим умарталығы бар. .Ни өсөн шулай атай икән ауыл халҡы был урынды?

Минең мәрхүм ҡәйнәм Фәтиха Ғәбделкәрим ҡыҙы Хәлилова (Ғәйнуллина ) һөйләүенсә,  атаһы Ғәбделкәрим ҡарт Ҡоръятмаҫ ауылының иң хәлле кешеләренең береһе булған: умартасылыҡ һәм йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән.Үҙенең ер эшкәртеү өсөн техникаһы ла  булған.Ауыр репрессия йылдарында уның бар мөлкәтен тартып алғандар. Үҙе ҡарт булғас, өйләнеп башҡа сыҡҡан улдарын Себергә һөргөнгә оҙатҡандар.
Ғәбделкәрим ҡарт Ҡоръятмаҫ ауылының көнбайышында, тау битендә, йүкә урманында 250 баш түмәр умарта ҡуя торған булған. Был урын хәҙер Әбкәрим умарталығы тип йөрө

                                                     Сығыш ҡулы   

Мәкәш менән Ҡоръятмаҫ ауылдары араһында бейек тау үре теҙмәләре һуҙылған. Шуларҙың тау йырындарының береһен Сығыш ҡулы тип йөрөтәләр.Ҡояш тау артынан ҡалҡа ла, үҙенең нуры менән бар тирә-яҡты балҡытып ебәрә. Шуға күрә был ерҙе Сығыш ҡулы, йәғни Ҡояш сығышы тип йөрөтә халыҡ. 

                                                       Ослотау  

Ҡоръятмаҫ ауылының үрге яҡ осонда Ослотау һырты ята.Уның итәгенән үк ауылдың Бикташ , Тау башы урамдары башлана.Тау ҡул менән һыйпап өйгән кеүек  осло башлы булғанға күрә халыҡ уны Ослотау тип йөрөтә.Сығарылыш класс уҡысылары тау башында таң ҡаршылай, йәйге иртәлә иркә ҡояш нурҙары иң беренсе булып ошо тау битенә төшә. Ҡыш буйы балалар тауышы тынмай, унан саңғыла, санала түбән табан елдәр менән ярышып уҙыша балалар.                                        

                                                       Яңғыҙтүбә.     

Ауылдың Яңауыл, Дүртөйлө урамдарын айырып, Яңғыҙтүбә тора. Был тәпәш кенә тауҙы ауыл урамдары ҡулсаға алған.Һуңғы йылдарҙа түбә башында мәсет төҙөлөшө башланды. Унан бөтә ауыл ус эсендәге кеүек кенә күренә.

                                                             Өстүбә.

Асылыкүл менән Ҡоръятмаҫ араһында өс түбә ҡалҡып тора, өс бер бейеклектәге, бер иш ҙурлыҡтағы тау.Кеше ҡулы менән барлыҡҡа килгән ҡурғандарҙы хәтерләтә улар.

                                                   Улаҡлытау ҡойоһо

Ҡасандыр был шишмә уратып алынып, һыуы улаҡ буйлап ағып торған.Йәйге селләләрҙә һыуының һалҡынлығы теште ҡамаштыра, ләкин эҫелә уның һыуын эсһәң дә ауырып бармайһың. Халыҡ һыуҙың шифалығын уның ҡиблаға ҡарап ағыуы менән бәйләй.Ҡоръятмаҫ еренең еләкле яландарына юл ошо ҡойо янынан үтә.

Хәлилова Фәтиха Ғәбделкәрим ҡыҙы (1930-2004)  һөйләгәндәрҙән:”Еләккә китешләй ҙә, ҡайтышлай ҙа Улаҡлытау ҡойоһонда туҡтайбыҙ инәйем Ғәйниямал менән.Эҫе, томра , инәйем апайым менән икебеҙҙе улаҡҡа ултыртып һалҡын һыу менән йыуындыра. Хәлдән тайып, аңһып, һыуһап ҡайтып килгән балаларға көс инеп китә. Рәхәтләнеп һыуыҡ һыуын эсәбеҙ, һыу һибешеп уйнайбыҙ. Улаҡлытау ҡойоһоноң һыуы шифалы, йәнгә лә, тәнгә лә  дауа ул “

                                         Завод тауы

Ауылдың үрге осонан юл Завод тауына алып менә. Йәй көндәре был юл турыраҡ булғанға күрә, күптәр емеш-еләк йыйырға ошо  Завод тауына килә. Тау башы соҡор-саҡырлы яландан тора. Боронораҡ был урындарҙа өй нигеҙенә, фермалар, келәттәр төҙөү өсөн таш сығарғандар.Хәҙер был соҡорҙарҙа ер еләге емерелеп уңа. Завод тауы мәтрүшкә һә м башҡа дарыу үләндәренә лә бик бай.

Әрәмә

Ҡоръятмаҫҡа Алға ауылы яғынан асфальт юлдан килгәндә, юлдың ике яғынан да әрәмә йәйрәп ята. Әрәмә эсенән Өйҙөрәк йылғаһы аша сығып,Берғаҙан һаҙлығына юл ала.Был урын яҙын муйыл, балан сәскә атҡанда иҫ китерлек хуш  еҫкә бөркә. Күбек булып күперелгән ағастар күҙҙең яуын ала.

Әрәмә балан, муйыл, ҡарағат, ҡомалаҡ, гөлйемеш һ.б. бик бай.

Оло ҡойо 

Һәр бер ауылдың йөҙөк ҡашы- килендәргә һыу башлар ҡойоһо була.Ҡоръятмаҫ ауылының ҡап уртаһында тау битенән урғылып Оло ҡойо сыға.Ул, йәш килендәр кеүек егәрле йүгереп ,Өйҙөрәк йылғаһына ҡушылырға ашыға.Ауылыбыҙға төшкөн килендәрҙең һыу юлы була ул Оло ҡойо.

Бик күп йылдар элек Мөсҡәт исемле ҡарт ошо һыуы һарҡып сығып ятҡан урынды ҡаҙып ҡарай,ҡойоноң һыуының тәмле икәне беленә.Халыҡ башта    уны Мөсҡәт ҡойоһо тип йөрөтә.Ҡарт мәрхүм булып ҡалғас,бик күп йылдар уҙғас,уның исемен  Оло ҡойо тип үҙгәртәләр. Был Оло ҡойо, ә Өйҙөрәк йылғаһының яр буйҙарында исемһеҙ ваҡ-ваҡ шишмәләрҙең иҫәбе лә юҡ  (Вәлиуллина Хәҙисә Зыязетдин ғыҙынан Вәлиуллина Әлиә яҙып алған)

Иҫәнсапҡан бите 

Ослотау битенең үрге осонан, Бикташ урамының башынан Иҫәнсапҡан башлана. Ҡасандыр был ерҙә Иҫән исемле кеше йәшәгән, уның сабынлыҡтары шул ерҙән үк башланған, тау итәгендә бесән күбәләре торған.Тау бите еләклек, ағастар араһында бөрлөгән, ҡурай еләге, урман сәтләүеге уңа.Әле лә Иҫәнсапҡан битенән балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә күнәкләп ер еләге йыя.

Хәниф ҡойоһо (Иҫәнсапҡан ҡойоһо)

Өйҙөрәк йылғаһының ярында, Иҫәнсапҡан эргәһендә ҡойо бар.Тәүҙә уны Иҫәнсапҡан ҡойоһо тип,һуңынаныраҡ Хәниф ҡойоһо тип йөрөтәләр. Бикташ урамының үрге осонда  Кәримов Хәниф  Миниәхмәт улы ҡатыны Фәриҙә менән матур итеп донья көткәндәр, балалар үҫтергәндәр. Хәниф бабай тәмле һыулы ҡойоно таҙартып, кәртәләп, тәрбиәләп торған.Халыҡ ҡойоноң тәүге исемен онотоп, Хәниф ҡойоһо тип йөрөтә уны.Әле лә шишмә үҙенең бөтмәҫ сылтыр йырын йырлап ағып сыға ла Өйҙөрәк йылғаһына йүгерә.

Оло имән

Был ерҙең атамаһының аңлатмаһы ябай ғына.Ҡасандыр унда бик йыуан, бейек,оло имән үҫеп ултырған.Ул яҙын иң аҙаҡтан япраҡ ярған, көҙөн япраҡтарын ҡойоп, етемһерәгән.Хәҙер ул имән юҡ инде. Уның урынына имәндең ейән-ейәнсәрҙәре –йәш имәндәр үҫеп етеп, оло ағастарға әүерелгәндәр.Ләкин халыҡ хәтерендә уның исеме-Оло имән.(Кәримов Минеғәзим Ғәфүр улынан Хәлилов Линар яҙып алған)

Урҡар, Оло Урҡар,Бәләкәй Урҡар 

Ҡоръятмаҫ ауылы тирәһендә  “ҡар”,” ҡул”,” үр”, “түбә “ ,”бит”һүҙҙәре ҡушылған атамалар байтаҡ.Ҡар ҡулы, Сығыш ҡулы, Иген ҡулы, Ильяс ҡулы,Шәрифҡул,Сығыр ҡулы,Урҡар,Оло Урҡар, Бәләкәй Урҡар,  Һикәлтәле Урҡар,Өстүбә, Яңғыҙтүбә,Төн бите,Сыпай бите һ.б.

“Борон замандарҙа Оло Урҡар, Урҡар, Бәләкәй Урҡар, Улаҡлытау бите урман менән ҡапланған булған. Тау бите кереп аҙашырлыҡ урман булды  тип һөйләйҙәр ине  ололар” (Ғәззәбаныу Ғәбделкәрим ҡыҙы Ғәйнуллина Һөйләгәндәрҙән)

Урман араһында яҙын ҡар тиҙ иремәгән, йәй уртаһына тиклем ятҡан. Шунан килеп сыҡҡан да инде “Ур ҡар –ҡарлы үр(түбә,баш)”.

Хәҙер был тауҙар шып –шыма башлы, тау араларында ҡойолар сығып ятҡан урындар. 

Таштау        

Урҡар, Бәләкәй Урҡар, Оло Урҡар тауҙарының дауамы булып, ауылдың төнъяғында  ел-дауылдарға бирешмәй,үткәндәрҙең өнһөҙ шаһиты булып, Таштау тыныс ҡына төш күреп ята.Исеме үк уның ниндәй икәнлеге тураһында ҡысҡырып әйтеп тора: итәгендә ҙур-ҙур таштар , арыған юлаусылай,ярты юлда  туҡтап ҡалғандар.Ҡайһылары, тауҙан кителеп, түбәнгә тиклем тәгәрәп төшкәндәр.Таштау башы ауыл халҡының көтөү көтөр урыны.Ауыл эсенән ҡараһаң, Таштау битендәге кешеләр шырпы башындай ғына булып күренәләр..

Иген ҡулы

Иген ҡулының икенсе атамаһы – Ҡарағайлыҡ.1956 йылда ултыртылған үҫентеләр хәҙер инде бейек, матур, һомғол  ҡарағайҙарға әүерелгән.

Борон был асыҡ ер булған, унда иген сәскәндәр.Урман эсенә уйылып инеп, баҫыу һөрөлгән.Ҡул бөгөлөнә оҡшап торғанға “Ҡул,Иген ҡулы “тип атағандар.Хәҙер унда ҡатнаш урман :бер яҡта ҡарағай ағастары, икенсе яғында-ҡайын, сәтләүек, йүкә, саған үҫә.(Кәримов Мәхәмәтғәли Минәхмәт улынан яҙып алынған)

Василий аҡланы

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылға фронт барған ерҙәрҙән эвакуацияланған ҡарт-ҡоро, бала-саға, бисә-сәсәләр килгән.Халыҡ уларҙы буш өйҙәргә урынлаштырған, йә өйҙәш индергән.Донья булғас, тыуым-үлемһеҙ ҙә булмаған. Василий исемле ҡарт мәрхүм булып ҡалғас, ауыл халҡы уны мосолман зыяратына ҡуйҙырырға риза булмаған. Уның бер үҙен буш аҡланға ҡәбер ҡаҙып ерләгәндәр.Был урын шул көндән алып Василий аҡланы тип йөрөтөлә.(Суфиянова Гөлсирәнән Суфиянова Фириҙә яҙып алған)

Бикә ҡарағы

Тауҙар араһынан ,урман аша  килеп төшөп, бәләкәй генә бер йылға аға ауыл урамының уртаһынан. Бикә ҡарағы тип йөрөтә ул йылғасыҡты халыҡ.

Борон  замандарҙа ауылда Бикә исемле ҡатын йәшәгән, уның бер бөртөк кенә ҡыҙы булған.Бикә ҡапыл ғына мәрхүм булып ҡалғас, туғандары уның ҡыҙын үҙенән бик күп йәшкә өлкән ҡатыны үлгән иргә димләргә керешкәндәр.Ҡыҙыҡай, уларҙың ныҡышмалы рәүештә  көсләп бабайға бирергә ҡарар ҡылғандарын белгәс,яҙмышына күнмәй, урманға ҡасып китә. Асыҡһа, ауылға төшөп, аҙыҡ-түлек , ҡош-ҡорт урлай.Йылы йәй үтеп, һалҡын ҡыш етә. Ҡыҙыҡай ҡыш көнөндә үлеп ҡала. Ул йығылған ерҙә, тиртеп кенә, шишмә ағып сыға ла ауылға табан йүгерә.

Халыҡ уны Бикә ҡарағы тип атай, ул Ҡоръятмаҫ урамына килеп төшөп, Өйҙөрәк йылғаһына ҡоя. Ысынлап та, ҡыҙҙарҙың күҙ йәшеләй, саф, таҙа һыулы ул Бикә ҡарағы. (Суфиянова Гөлсирәнән Суфиянова Фириҙә яҙып алған)

Бөркөт соҡоро

Башҡорт халҡы борондан аҡҡошто изге ҡош тип һанаған, уны атырға, үлтерергә ҡушмаған.Бөркөттәрҙе лә халыҡ бик хөрмәт иткән. Уландарын :”Бөркөттәй ҡыйыу, батыр бул, ҡурҡыу белмә!” ,-тип әрме хеҙмәтенә оҙатҡан. Бөркөт оя ҡорған урынды ла һаҡлағандар. Ҡоръятмаҫ ауылы эргәһендәге бөркөттәр төйәген  Бөркөт соҡоро тип йөрөтәләр.
                               

Төн бите

“Төн” һүҙе менән ике ер-һыу атамаһы  бәйле: Төн бите һәм Төнҡамыш ҡойоһо.Төн бите ауылдың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, урман эсендәге бәләкәй генә асыҡ урын, унан  бөтә ауыл ус эсендәге кеүек күренә.Төнҡамыш ҡойоһо төндәй ҡараңғы тигән мәғәнәнән алынған, өс һүҙҙән торған ҡушма исем.(Мәжитова Хөсниямалдан яҙып алынды)
           

  Ер-һыу атамаларын өйрәнеү – бер көнлөк кенә ,бер кешенең генә эше түгел. Һаналып кителгән атамаларҙың аңлатмаһын да төрлө ваҡытта, төрлө кешеләрҙән яҙып алдыҡ.Атамалар тарихын белгән оло быуын кешеләре лә кәмей бара.Ә киләсәк быуын белһен өсөн уларҙы  өйрәтеү,яҙып ҡалдырыу отошло буласаҡ.

Топонимик атамалар әле бик күп:Имәнсейәлек бите, Алабейә ҡойоһо, Оҫҡонноуяҙ, Суҡйерек, Ташҡурғы, Арҡылы Бүләк, Бүләк, Томтаҡ, Үгеҙ ҡулы, Ҡабыҡкүпер , Көйөк, Ҡаҙран ҡойоһо, Имәнтөбәк, Шаҙай, Ябалаҡлы, Ябалаҡ ҡойоһо, Тимертырнаҡ һ.б.

Эҙләнеү эштәре дауам итә.Маҡсат ҡуйып йәшәү- тормошто биҙәй.

 

 

Башҡарыусыһы: Дәүләтова Рәфиә Рәфис ҡыҙы

Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан

тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы

Миңзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова       

 

 

                                                   Ҡоръятмаҫ-2012

 

ВложениеРазмер
топонимик атамалар Давлетова Рафия.docx.docx587.93 КБ